Йөҙҙәрең һурылып ҡалған, Күҙең нуры бүҫкәргән. Бер-берәүҙең кәнизәге Төндө нисек үткәргән? Ниндәй дауыл, Йәнең даулап, Үрле-ҡырлы һикертте? Гөлдәй күренгәйнең, Хәҙер Торғаның бер һепертке. Йәлләйем дә һине, юҡ та, Кем алыр һине ҡурсып, Яҙмышыңдан, Үҙ-үҙеңдән, Тоғролоҡһоҙ ташҡурсаҡ?..